Ял көнө был яңылыҡ бар республиканы хәүефләнергә мәжбүр итте: социаль селтәрҙәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс йәшлек баланың юҡ булыуы тураһында хәбәр таралды. Ирекмәндәр уны эҙләү тураһында хәбәр итте, ә баланың ниндәй шарттарҙа ғәйеп булыуы тураһында бер һүҙ ҙә булманы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә хәлгә әҙерәк аныҡлыҡ индерелде: ҡыҙыҡай йәшәгән фатирҙа янғын сыҡҡан, уның һөҙөмтәһендә баланың әсәһе һәләк булған, ә сабый юғалған. Кешеләр тағы ла аптыраны: нисек инде әсәһе үлгән, ә өс йәшлек бала үҙаллы янғын булған йорттан сығып китә алған? Кискә табан иһә һәйбәт яңылыҡ таралды: бала табылған, уның менән барыһы ла яҡшы. Ә әсәһе ысынлап та янғында һәләк булған.
Һәм бына бөгөн ниһайәт, “КП-Өфө” баҫмаһы был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерә алды. Ул көндө ысынлап та Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Щербаков урамында урынлашҡан йорттоң бер бүлмәле фатирында янғын сыға. Күршеләр төтөн еҫен һиҙә һәм ҡотҡарыусылар саҡырта. Улар ишекте емереп ингәс, иҙәндә иҫен юйып ятҡан хужабикәне күреп ҡала. Табиптар уны ҡотҡарырға тырышһа ла, ул йән бирә. Хужабикә 23 йәшлек йәш әсә Екатерина булып сыға.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле сыға. Күршеләре әйтеүенсә, ут һүндерелмәгән тәмәкенән сыҡҡан. Ут ни бары ике квадрат метр майҙанды яндырһа ла, ағыулы төтөн бар фатирҙы тултыра.
Ә хужабикәнең өс йәшлек ҡыҙы был ваҡытта, бәхеткә күрә өйҙә булмаған. Баланың атаһы улар менән бергә йәшәмәгән һәм вахта менән башҡа ҡалала эшләгән. Был хәл тураһында ишетеү менән ул Стәрлетамаҡҡа килеп етә һәм балаһының ҡайҙа икәнлеген белмәй эҙләүгә бирә. Уны ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр эҙләй башлай. Ә кисен баланың туғандарында булыуы асыҡлана. Уны бер көн алда ҡунырға тип инәһе алып ҡайтҡан була. Әле сабый атаһы яғынан өләсәһендә йәшәй һәм әсәһен бик ныҡ итеп һағына.
Шуныһы, Екатеринаның туғандары әйтеүенсә, туғыҙ йыл элек ошо уҡ фатирҙа уның әсәһе лә үлгән. Ул саҡта ҡыҙға 14 йәш кенә булған...
Йәш әсәнең ваҡытһыҙ һәләк булыуына яҡындары һәм дуҫтары бик ҡайғыра. Уны тик яҡшы яҡтан иҫкә ала, әсәй балаһын ныҡ яратҡан, тиҙәр.
Аңһыҙ ҡаза йәш ҡатындың ғүмерен өҙҙө, бәләкәй баланы етем ҡалдырҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаһаҡ ине...
Фото: "КП-Өфө".