Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында Оло Инйәр йылғаһы боҙ киткән саҡта ярҙарынан сыға һәм Усманғәле ауылындағы Йәштәр урамындағы бер ихатаны һыу баҫа.
Йортта дүрт кеше йәшәй, шул иҫәптән бер бала – улар барыһы ла туғандарында урынлашҡан, мал-тыуарҙары хәүефһеҙ урынға күсерелгән.
Кешеләрҙе күсереү өсөн 160 урынлыҡ ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙер.
Ваҡиға урынында район хакимиәте вәкилдәре һәм ҡотҡарыусылар эшләй. Һыу кимәле ҡалҡыуы тураһында халыҡ иҫкәртелгән. Әле йылға кимәле, хәл-торош күҙәтеү аҫтында.
Күреүебеҙсә, быйыл республика йылғаларында боҙ иртә ҡуҙғалды, шуға ла һаҡ һәм уяу булырға кәрәк.
Фото: @mchsrb