5 апрель Стәрлетамаҡта көпә-көндөҙ ҡурҡыныс авария теркәлгән - ике ҡыҙҙы машина юлында бәрҙергәндәр."ВАЗ-21099" автомобиле рулендәге ир светофорһыҙ урында йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған ике баланы тапатҡан.
"Был ҡурҡыныс хәлгә шаһит булыусылар медицина бригадаһы килгәнсе зыян күреүселәргә тәү ярҙам күрһәтергә ашыҡты. Ҡыҙҙар ныҡ ҡурҡып илаша ине", тип һөйләгән бер үткенсе.
Ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еткән "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте ҡыҙҙарҙы ҡала дауаханаһының хирургия бүлексәһенә алып китә.
Һигеҙенсе класта уҡыған үҫмерҙәрҙең етди йәрәхәттәр алғанлығы асыҡланған. Әлеге мәлдә улар дауаханала. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте һәләкәтенә килтергән сәбәптәрҙе тикшерә.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.