Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Апрель , 09:21

Беҙ – уяу!

"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Белгестәр быйыл Башҡортостанда ташҡын мәле тыныс үтер тип күҙаллай. Ысынбарлыҡта хәлдәрҙең нисек булырын бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай, әлбиттә. Тәбиғәттең – үҙ ҡанундары. Һәр хәлдә республиканың барлыҡ махсус хеҙмәттәре, властар һәм муниципалитеттар булыуы ихтимал ваҡиғаларға әҙер.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәрҙә быйылғы ташҡынға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ республика йылғаларында барған шартлатыу эштәренең видеояҙмалары менән уртаҡлашты. “Әле был кадрҙарҙа Дыуан районындағы Әй йылғаһында булған шартлатыу эштәрен күрәһегеҙ. Был боҙ тығындарына, һыуҙың ҡапыл күтәрелеүенә юл ҡуймау өсөн кәрәк. Шишмә районында Өршәк йылғаһында ла ошондай эштәр башҡарылды.

Ташҡындың нисек үтерен әйтеүе ҡыйын – күп нәмә һауа торошона бәйле буласаҡ. Тәбиғәт үҙ көсөн күрһәтә башланы – Белорет районының Ғәбдөк ауылын һыу баҫты. Әле йылға үҙәненә ҡайтҡан, кешеләр өйҙәренә ҡайтты. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡҡа ҡоймаларҙы тергеҙергә, биләмәне таҙартырға ярҙам итә.

Республика ташҡынға әҙер, беҙ уяу. Ҡурҡыныс янаған урындарҙа йәшәүселәр, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Хәүеф зонаһында булһағыҙ, кәрәкле телефондар: 112, 101  (тәүлек әйләнәһенә) – ҡотҡарыу хеҙмәте, 8 (347) 222-87-89 – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының ышаныс телефоны”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров. 

Ысынлап та, шишәмбе көндө Белорет районының Ғәбдөк ауылында хәлдәр ҡырҡыулашып алғайны. Бында Инйәр ярҙарынан сыҡты. Йылға үҙәненең 110 градусҡа тиклем ҡырҡа боролоуы арҡаһында боҙ тығылды. Һөҙөмтәлә 90 йорт яны участкаһын һәм 45 шәхси йортто һыу баҫты. 103 кеше, шул иҫәптән 18 бала эвакуацияланды. Ауыл мәктәбендә тиҙ арала 50 кеше һыйҙырышлы ваҡытлыса урынлаштырыу пункты йәйелдерелде. Унда ун кеше, шул иҫәптән бер бала урынлаштырылды. Башҡа кешеләр туғандарына һәм күршеләренә күсенде.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре тиҙ арала урынға барып, кешеләрҙе, уларҙың малдарын һәм мөлкәтен һаҡлау өсөн бар сараларҙы күрҙе. Улар хәбәр итеүенсә, ауылда кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар запасы булдырылды. Малдар иһә хәүефһеҙ урынға ҡыуылғайны.

Ғәбдөктә бөтәһе 168 тораҡ йорт бар, уларҙа 549 кеше йәшәй, шул иҫәптән 87 бала. Ауылда дүрт социаль әһәмиәттәге объект эшләй: урта мәктәп, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто.

5 апрелдә хәл тотороҡланды. Оло һыу сигенеүгә ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар тораҡ пунктта эшләүен дауам итә. Халыҡ ғәҙәти тормошҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын өсөн барыһы ла эшләнә: һыуҙы һурҙыралар, ҡоймаларҙы күтәрәләр, урамдарҙы сүп-сарҙан таҙарталар.

Әлегә башҡа урындарҙа хәлдәр сағыштырмаса тотороҡло. Тик бер кем дә тынысланырға һәм ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Йылғаларҙа тығындар барлыҡҡа килмәһен өсөн шартлатыу эштәре башҡарыла, халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт ваҡытында еткерелеп тора.

Быйылғы яҙ был йәһәттән имен генә үтеп китһен инде.

 

Ә. ӘЙҮПОВА.

Читайте нас в