Хәйбулла районында авария һөҙөмтәһендә малдар һәләк булған. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, төндә Юлдыбай – Аҡъяр – Һары автомобиль юлының 72 километрында 18 йәшлек егет “Daewoo Nexia” автомобилендә аттарҙы бәрҙерә. Һөҙөмтәлә водитель медицина ярҙамына мөрәжәғәт итә. Бейә менән ҡолон һәләк була.
Мал хужаһына аттарҙы иректә йөрөткәне өсөн акт төҙөлгән. Тикшереү дауам итә.
“Үткән тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлде, уларҙа дүрт кеше йәрәхәтләнде. Шулай уҡ 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланды, рулгә эскән килеш ултырған 25 водитель тотолған,”– тигән аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Фото: ЮХХДИ.