

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, кисә Белорет ҡалаһында ағас йортҡа ут тоҡаныуы хаҡында хәбәр алына. Шылтыратыу ҡабул ителгәс тә, ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, тиҙ ярҙам хеҙмәте ашыға. Асыҡланыуынса, 7х5 үлсәмдәге бүрәнә йортто тулыһынса ут ялмап ала. Янғын һүндереүселәр ашығыс рәүештә янғын уртаһында ҡалған ирҙе ҡотҡарырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1981 йылғы иргә аҡ халатлылар ярҙам күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, уның үлеү осрағын ғына теркәргә тура килә.
Ваҡиға урынында оператив- тикшереү төркөмө эшләй, янғын осрағын асыҡлау дауам итә.
Яҙ көнө күптәр тирә-яҡты таҙартып, ҡый өйөмдәренә ут төртөү осраҡтары йышая. Сүп-сар яндырыр алдынан тирә-яғына ут тоҡаныу осрағы бар, юҡмы икәнлеген ныҡлап тикшергәс генә ут төртөгөҙ, ул янып бөткәнсә эргәһендә күҙәтеп тороғоҙ. Бер осҡондан ғына янғын сығыу осрағы хәүефен онотмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ!
Фото:archive.ysia.ru