"Бына ул республикабыҙ именлеге һағында торған беҙҙең Ка-32А11ВС вертолеты. Бөгөн тәүге осош. Һауанан бер көн эсендә Ағиҙелдә, Нөгөштә, Инйәрҙә, Өршәктә һәм Димдә ташҡынға бәйле хәл-торошто тикшерҙеләр. Иртәгә оператив кәңәшмәлә Фәрит Ғүмәровтан боҙҙо ҡайҙа шартлатыу кәрәклеге һәм ниндәй райондарҙың айырыуса хәүефле зонаға эләгеүе ихтималлығы хаҡында доклад көтәм.
Ка-32А11ВС вертолеты күп функциялы, әле үк янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел тураһында ла уйлайбыҙ. Беҙ Күмертау авиация етештереү предприятиеһына ошо вертолетҡа ваҡытында заказ бирҙек. Әлбиттә, быйыл тәбиғәт беҙҙе ныҡлыҡҡа һынамаһын ине, әммә бер-бер хәл килеп сыҡһа, тиҙ һәм оҫта эш итергә әҙербеҙ", – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.
Фото: vk.com/wall413272232_784955.