Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Апрель 2022, 17:15

Иглинда юлды япҡандар

Урау юлдарҙан файҙаланырға тура киләсәк.

Иглинда юлды япҡандар
Иглинда юлды япҡандар

Яҙғы ташҡынға бәйле бөгөн Иглин районында Иглин ауылын көньяҡтан урап үткән юлдың дүртенсе саҡрымында юл бөтә төр транспорт саралары өсөн дә 16 апрель 12:00 сәғәткә тиклем  ябылды.

Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлы буйынса урап үтергә мөмкин. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы был участканы урап үтеү буйынса алдан уйлап маршрут һайларға тәҡдим итә.

Мәғлүм булыуынса, Шиҙе йылғаһы ярынан сығыуға бәйле тимер юлы аҫтынан үткән юл (Яр буйы урамы) һыу аҫтында ҡалған.

Фото: @bash_gibdd, @mchsrb.

Иглинда юлды япҡандар
Иглинда юлды япҡандар
Иглинда юлды япҡандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: