Өфөнөң Жуков урамында "Мазда 3" автомобиле электр бағанаһына бәрелә - автомобилдән бары тимер-томор өйөмө генә тороп ҡалған, рулдәге ир шунда уҡ һәләк булған. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, водитель автомобилгә идараны юғалтҡан. Етмәһә уның водитель танытмаһы ла булмаған.
Шулай уҡ киске сәғәт 5-тә Благовар районында М-5 “Урал” автомобиль юлының 1414-се саҡрымында “Mercedes G-500” һәм “Mitsubishi Outlander” автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә ”Mercedes G-500” автомобилендәге ике пассажир дауаханаға оҙатылған.
Ҡариҙел районында иһә Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 109-сы саҡрымында Мәсетле районынан 37 йәшлек ҡатын “Лада Веста” автомобилендә Мәсәғүт ауылынан Ҡариҙел ауылы йүнәлешенә китеп барғанда юлдың һул яғына ауа. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын дауаханаға оҙатыла. Мәғлүм булыуынса, уның да водитель танытмаһы булмаған.
Ғөмүмән, уҙған тәүлектә республика юлдарында алты авария теркәлгән һәм уларҙа алты кеше тән йәрәхәттәре алған, бер кеше һәләк булған.
9 апрелдә, шәмбе көнө, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҙғарған иҫкәртеү операциялары барышында эскән килеш рулдә булған 42 водителде тотҡан, 1,7 меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәгән. Мәғлүм булыуынса, авариялар күп осраҡта тыйылған ерҙә ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле. Был юлы ла ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошондай 53 осраҡты асыҡлаған.
Әлбиттә, эскән килеш рулгә ултырғандар һаны кәмемәүе, аҙна һайын тиерлек бер үк һандар ҡабатланыуы борсоуға һала. Эскән килеш рулгә ултырған һәм кеше тапатҡан водителдәргә ҡарата закон ҡатыландырылһа ла, бының кешеләрҙе һиҫкәндермәүе, тәрбиәүи йәһәттән йоғонто яһамауы уйландыра.
Үҙеңә хужа булмайынса, эскән килеш рулгә ултырып, барлыҡ яҙмышыңды селпәрәмә килтер инде! Төҙәлгеһеҙ хаталар, кеше ғүмерҙәрен ҡыйыу - былар бит эскән килеш рулгә ултырған кешенең яҙмышына юйылмаҫ ҡара тап һала. Ошо арҡала бындай кешеләргә эшкә урынлашыуы ла еңелдән булмаясаҡ, автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан да мәхрүм итәсәктәр, ғаилә бюджетына зыян килтергән ҙур күләмдәге штрафтар һалына, ҡайһы берәүҙәр рәшәткә артына эләгә. Шуға ла был йәһәттән уйланырға урын бар.
Фото: @bash_gibdd