Хәүефһеҙлек
12 Апрель 2022, 13:40

Янған автомобилдә кеше булған

Һәләк булған ир 1962 йылғы тип фараз ителә.

Янған автомобилдә кеше булғанЯнған автомобилдә кеше булған
Янған автомобилдә кеше булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районының Ергән ауылында автомобиль янған.

Ҡотҡарыусылар һәм ашығыс хеҙмәттәр ваҡиға урынына килгәндә автомобилде тулыһынса ут ялмап алған була. Янғында һүндереү барышында “KIA SEPHIA II SHUMA” автомобиленең алғы ултырғысында ир кәүҙәһе табыла. Һәләк булған кеше 1962 йылғы тип фараз ителә.     

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!

Фото: @mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас