“Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идаралығы” учреждениеһының бойороҡ актына ярашлы, бөгөн 19.00 сәғәттә Белорет районы биләмәһендәге Үрге Әүжән – Исмаҡай – Олойылға – Ишлә – Туҡан – Егәҙе юлы (00-000 һәм 41+000 саҡрымы) ябылды, бөтә төр транспорт саралары хәрәкәте тыйылды.
Был сикләүҙең сәбәбе - яҙғы ташҡын эҙемтәләре, тау йылғалары ташҡан. Әлеге тыйыу ваҡыты 19 апрелдең 12.00 сәғәтенә тиклем көсөндә ҡала.
Хәрәкәтте сикләгән билдәләр ҡуйылған. Исмаҡай ауылына хәүеф янамай. Дарыу һәм аҙыҡ-түлек һаҡламы етерлек, ашығыс хеҙмәттәргә үтеү мөмкинлеге бар. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы күҙәтеүе аҫтында.
Фото: @mchsrb.