

Бөгөн Ҡазанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Паньшин етәкселегендә Мәғлүмәтте яҡлау буйынса координация советының сираттағы ултырышы үтте. Башҡортостандан унда координация советы ағзаһы, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны.
Игорь Паньшин сәләмләү телмәрендә һуңғы айҙа донъяның ныҡлы үҙгәреүен, хәүефһеҙлек мәсьәләләренең алғы планға сығыуын, шуға күрә власть органдарын һәм мөһим инфраструктура объекттарын ышаныслы яҡлауҙы тәьмин итеү кәрәклеген билдәләне.
Федераль көйләүселәр Башҡортостан Республикаһы тарафынан “Рәсәй Федерацияһының тәнҡитле мәғлүмәт инфраструктураһының хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль закон талаптарын үтәүгә юғары баһа бирҙе.
– Бөгөн Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы юғары класлы IT-белгестәргә мохтаж, Өфө ошо йүнәлештә уҡытыу үҙәгенә әүерелә ала. Республикалағы юғары уҡыу йорттарының, мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университетының юғары квалификацияларын IT-тармаҡтың яңы йүнәлеше – тәнҡитле мәғлүмәт инфраструктураһы объекттарын яҡлау йәһәтенән квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса компетенциялар үҙәген асыу өсөн файҙаланырға тәҡдим итәм, – тине Рөстәм Моратов.
Ул айырым мәғлүмәт хәүефһеҙлеге программаһы мәсьәләһе буйынса башланғыстар, шулай уҡ федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә төбәк бюджет проекттарын субсидиялау алымдарын әҙерләү зарурлығы тураһында ла белдерҙе. Ултырышта төрлө компанияларҙың вәкилдәре киберһөжүмдән һаҡлау буйынса заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү һәм ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Башҡортостан граждандарының уңайлы тормошо һәм уларҙың коммуникация сервистарынанан файҙаланыу мөмкинлеге социаль әһәмиәтле төп тармаҡтарҙың – транспорт, энергетика, элемтә, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының өҙлөкһөҙ эшләүенә бәйле. Республикала ошо өлкәләрҙәге хәлгә даими контроль тормошҡа ашырыла. Законды үтәүҙең координаторы – Башҡортостандың Мәғлүмәтте яҡлау советы, – тине беренсе вице-премьер.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press