Хәүефһеҙлек
15 Апрель 2022, 09:00

Меңдән ашыу кеше утһыҙ ҡалған

Көслө ел “Нефтсе” биләмәһендәге йорттоң ҡыйығына ла ҙур зыян килтергән.  

Меңдән ашыу кеше утһыҙ ҡалғанМеңдән ашыу кеше утһыҙ ҡалған
Меңдән ашыу кеше утһыҙ ҡалған

Ишембайҙа 400-гә яҡын йорт көслө дауыл һөҙөмтәһендә утһыҙ ҡалған. Электр уты менән тәьмин итеүҙе бөгөн төндә тергеҙә алғандар.

Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Йорттарҙа 1 036 кеше йәшәүе билдәле.

 “Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, авария хеҙмәттәре белгестәре  йүнәлтелде. 00:30 сәғәттә электр уты менән тәьмин итеү тергеҙелде”, – тип хәбәр итә ведомство.

Дауыл эҙемтәләрһеҙ булмай. Көслө ел “Нефтсе” биләмәһендәге йорттоң ҡыйығына ла  ҙур зыян килтергән.  Был хаҡта бөгөн иртә менән хәбәр иткәндәр.

Фото: regnum.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас