Хәүефһеҙлек
16 Апрель 2022, 17:00

Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ғәбдөк юлын һыу баҫҡанҒәбдөк юлын һыу баҫҡан
Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан

Ҡарҙың тиҙ иреүенә, ямғыр яуыуына бәйле Инйәр йылғаһы ныҡ ташыуы һөҙөмтәһендә Белорет районы Йөйәк – Ғәбдөк юлының өсөнсө километрында 100 метр участканы һыу баҫҡан. Һыуҙың тәрәнлеге 35-40 сантиметр самаһы.

Ведомствонан белдереүҙәренсә, ауылға бары ҙур техника менән генә үтергә мөмкин. Йорттарҙы һыу баҫыу янамай. Һыу баҫҡан участкаларҙа социаль әһәмиәттәге һәм хәүеф тыуҙырған объекттар юҡ.

Ауыл хакимиәте халыҡты иҫкәрткән. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һаҡламы етерлек күләмдә. Әлегә халыҡтан мөрәжәғәттәр булмаған.

Хәл күҙәтеү аҫтында, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 4 апрелдә төндә Инйәр йылғаһы ташып, Ғәбдөк ауылындағы 45 йортто һыу баҫҡайны.

Фото: @mchsrb.

Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан
Ғәбдөк юлын һыу баҫҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас