ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә водителдең "Volkswagen Touareg" автомобилен тартып алған. Машина махсус туҡталҡаға урынлаштырылған.
Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 31 йәшлек водителде Өфөнөң Баҡалы урамында “эләктергәндәр”. Уның юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙоуы, 320 мең һумлыҡ штраф һалыныуы асыҡланған. Тик водитель түләргә ашыҡмаған, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуын дауам иткән. Уны Орджоникидзе районының суд приставтары бүлегенә килтергәндәр. Автомобиль хужаһының бурысын түләп бөткәндән һуң килеп алыуын көтә.
Фото: Ufatime.ru