

Яңыраҡ Стәрлетамаҡта йәйәүлеләр үткәүелендә ике ҡыҙҙы машина бәрҙереп, улар төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға эләккәйне. Шундай уҡ хәл Өфөнөң Затон биҫтәһендә ҡабатланған. Был юлы етешәр йәшлек ике бала һәм ҡатын зыян күргән.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 14 апрелдә сәғәт көндөҙгө ике тирәһендә Әхмәтов урамындағы юлда йәйәүлеләр үткәүелендә кешеләрҙе уҙғарыу өсөн туҡтап торған "Volkswagen Jetta"-ға "Kia Sorento" автомобиле килеп бәрелә. Уның рулендә 45 йәшлек ир ултырған. "Арттан алған бәрелеү һөҙөмтәһендә алдағы машина ике балаһы менән сығып барған ҡатын кешегә һуғыла. Улар әле табиптар ҡарамағында. Автомобилдәр механик зыян алған. Водителдәргә бер ни булмаған", тигәндәр ведомствола.
Авария сәбәптәре тикшерелә.
Фото: newsbash.ru