0 °С
Ясна
Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының бер урамында күңелһеҙ хәл теркәлгән, ул күҙәтеү камераларына эләккән.
Мәктәптән ҡайтып килгән үҫмер малайҙар артынан ниндәйҙер ир ҡыуа төшә һәм береһен тотоп, асфальтҡа һалып туҡмай. Зыян күргән баланы урамдан үтеп барғандар ҡотҡарып ҡала.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, малайға һөжүм иткән ир ҡулға алынған. Әле тикшереү эштәре бара. Ваҡиға шаһиттары ирҙең наркоман икәнен дә инҡар итмәй.
Фото: "Башинформ".