Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Апрель 2022, 16:25

Ейәнсура районында өс ҡатын һыуға батҡан

Автомобиль рулендәге эскән ҡатын иһә иҫән ҡалған... 

Ейәнсура районында өс ҡатын һыуға батҡан
Ейәнсура районында өс ҡатын һыуға батҡан

Бөгөн Ейәнсура районында аяныслы хәл теркәлде. Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, райондың Күгәрсен ауылы эргәһендәге Ямашлы һыуһаҡлағысы эргәһендә булған был фажиғә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 47 йәшлек эскән ҡатын идара иткән “ВАЗ-2114” автомобиле һыуға ҡолаған һәм батҡан. Мәғлүм булыуынса, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә өс ҡатын һәләк булған. Асыҡланыуынса, улар 1969, 1973 һәм 1986 йылғы. Ә водитель ҡатын үҙе иҫән ҡалған. Әлеге мәлдә автомобилде һыуҙан сығаралар.

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла эскән килеш рулгә ултырғандар күбәйә бара. Бынан бер нисә йыл элек бындай күренеш йылына бер-ике булғандыр, ә хәҙер ЮХХДИ инспекторҙары аҙна һайын тиерлек ошондай күренешкә осрай. Был - бик ҡыҙғаныс күренеш. 

Ваҡиға урынында тәфтиш-опертив төркөм эшләй. Сәбәптәр асыҡлана.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: