Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Апрель 2022, 15:15

“Былтырғы миҙгел бик көсөргәнешле булды”

15 апрелдән төбәктә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланды.

“Былтырғы миҙгел бик көсөргәнешле булды”
“Былтырғы миҙгел бик көсөргәнешле булды”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Уның әйтеүенсә, 15 апрелдән төбәктә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланды. Быйыл да температура, былтырғы яҙҙағы кеүек үк, норманан юғарыраҡ. Бындай һауа шарттары урман янғындары хәүефен арттыра.

– Былтыр 16 мең гектарға яҡын майҙанда 480 янғын таралғайны. Уттың тораҡ пункттарға күсеү хәүефе бар ине. Власть органдарының, янғын һүндереүселәрҙең һәм ирекмәндәрҙең көйлө эше һөҙөмтәһендә беҙ был афәтте еңеп сыҡтыҡ, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғынды иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар хаҡында һөйләне.

– Беҙ тәбиғәттәге янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса республика программаһын әҙерләнек. Тәү сиратта ул Урал аръяғын яҡлауға йүнәлтелә, сөнки тап ошо биләмәлә тәбиғәт янғындары йыш осрай, – тине Фәрит Ғүмәров.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов әтеүенсә, янғынды иҫкәртеү һәм уға юл ҡуймау маҡсатында муниципалитеттарҙа 933 профилактика төркөмө эшләй. Янғын сығыуын ваҡытында билдәләү һәм ғәйеплеләрҙе асыҡлау маҡсатында республикала өс меңдән ашыу кеше иҫәбенән 800 ведомство-ара мобиль төркөм ойошторолған. Хәлгә мониторинг яһау, көстәрҙе һәм сараларҙы ҡулланыу һөҙөмтәлелеген баһалау маҡсатында пилотһыҙ осоу аппараттарын һәм күп функциялы Ка-32А11ВС вертолетын файҙаланыу планлаштырыла.

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов урман фондында янғын йәһәтенән хәүефле яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерлек барышы тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, махсуслаштырылған 161 техника берәмеге әҙерләнгән. Улар янғынға ҡаршы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, техник яҡтан хеҙмәтләндерелгән.

Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр муниципаль райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына, шулай уҡ яуаплы структураларға янғынға юл ҡуймау йәһәтенән иҫкәртеү сараларын ойошторорға, янғынға ҡаршы тәртип тәьмин итергә, халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса аңлатыу эше алып барырға ҡушты.

– Былтырғы янғын хәүефе миҙгеле бик көсөргәнешле булды. Быйыл урман янғындарын иҫкәртеү буйынса һөҙөмтәле сара күрергә кәрәк, – тип һүҙен йомғаҡланы Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: