Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Апрель 2022, 21:30

Ауылдаштары ниндәй фекерҙә?

Ейәнсура районында өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатын ҡулға алынған, уға 15 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Ауылдаштары ниндәй фекерҙә?
Ауылдаштары ниндәй фекерҙә?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса тәфтиш бүлексәһе урындағы Күгәрсен ауылында йәшәгән 1974 йылғы ҡатынға Рәсәй Енәйәт кодексындағы 264-се статьяның 6-сы өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты, йәғни ул эскән хәлдә юл хәрәкәте һәм транспорт сараһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә һаҡһыҙлыҡ буйынса ике һәм унан да күберәк кешенең ғүмерен өҙөүҙә ғәйепләнә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ашнаҡсы ҡатындар эштә хеҙмәттәштәренең тыуған көнөн билдәләй. Унан күмәкләшеп яҡындағы Ямашлы һыуһаҡлағысы буйында мәжлесте дауам итергә булалар. Такси саҡырып тормайынса, бер хеҙмәттәштәренең “ВАЗ-21140” автомобилендә тәбиғәт ҡосағына юлланалар. Дамба буйлап барғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рулдәге ҡатын идараны юғалта – газ менән тормозды бутай, һөҙөмтәлә машина ҙур тиҙлектә һыуға оса.

Нисектер водитель яғындағы ишек ысҡына, һәм рулдәге ҡатын батып барған автомобилдән ҡотолоп, ярға килеп сыға. Уны үтеп барған ир кеше күреп ҡалып, “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Шок хәлендәге ҡатынға ярҙам күрһәтергә килгән медицина хеҙмәткәрҙәре фажиғәле хәл булғаны тураһында аңлап, полицияның район бүлеге дежур часына хәбәр итә.

Ашығыс хеҙмәттәр һыу һаҡлағыстан автомобилде һәм 36, 49, 53 йәшлек ҡатындарҙың кәүҙәһен сығара. Машинаның ишектәре ҡапыл бикләнгән, шуға ла улар ҡотола алмаған. Медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә рулдәге ҡатындың эскән булыуы (0, 928 мг/л) асыҡлана.

Әле ул ҡулға алынған. Ғәйебен таныған. Тикшереү барышында ваҡиғаны аныҡ билдәләү өсөн тейешле экспертиза үткәреләсәк. Рәсәй Енәйәт кодексындағы 264-се статьяның 6-сы өлөшө буйынса енәйәт эше ҡылған өсөн 15 йыл иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, рулдәге 47 йәшлек ҡатын Күгәрсен ауылынан, шундағы ял базаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Ауылдаштары уның тураһында тик яҡшы фекерҙә.

"Һәләк булған ҡатындарҙың ун балаһы бар, дүртәүһе – бәлиғ булмаған йәштә. Шул ҡәҙәр ҙур ҡайғы. Иҫән ҡалған водителдең дә хәле үтә аяныслы: ҡот осҡос ғәйеп тойғоһо менән нисек йәшәр?" – тип ҡайғыра ауыл халҡы.

Һис һүҙһеҙ, эскән килеш рулгә ултырыу бер ҡасан да яҡшы тамамланмай. Был юлы ла эскелек сәбәпле өс ҡатындың ғүмере өҙөлдө, ун бала етем ҡалды, водителгә 15 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл өс айҙа республика юлдарында эскән килеш рулгә ултырған водителдәр тарафынан 29 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш кешенең ғүмере өҙөлгән, 39 кеше зыян күргән. Ә ведомствоның көндәлек мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, ЮХХДИ иеспекторҙары көн һайын яҡынса 30–50 эскән водителде туҡтата. Ә тотолмай йөрөгәндәре күпме? Ошо йәһәттән бер кем дә уяулыҡты юғалтмаһын ине: эскән яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы рулгә ултырыуҙан тыйығыҙ, хаталы аҙымдан аралағыҙ.

Фото: @mchsrb

Ауылдаштары ниндәй фекерҙә?
Ауылдаштары ниндәй фекерҙә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: