Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә Нуриман районының Павловка һыуһаҡлағысында боҙҙа ике балыҡсының ултырыуы хаҡында хәбәр алына. Ваҡиға урынына Павловка ауылындағы ҡотҡарыусылар хеҙмәте ярҙамға ашыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балыҡсыларҙың береһе -1972 йылғы ирҙең батыуы асыҡлана, уның иптәше, 1973 йылғы ир, үҙ аллы ярға сыға алған. Боҙ аҫтында ҡалған ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар бөгөн эҙләйәсәк.
Белгестәр яҙғы боҙҙоң хәүефле булыуын иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра. Көндәр йылы торғанлыҡтан, ҡалын булып күренгән боҙға ла һис ышаныс юҡ, һаҡ булығыҙ, балыҡсылар!
Фото: "Башинформ".