Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Апрель 2022, 09:50

Юлдарыбыҙ имен булһын!

Һәр йәйәүле, һәр водитель ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһен.

Юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын кәметеү йүнәлешендәге эштең нигеҙендә “Хәүефһеҙ юл хәрәкәте” федераль проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған саралар ята. Республика урамдарында, юлдарында хәлдәрҙе тотороҡландырыу һәм авариялар һанын кәметеү маҡсатында Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы 2021 йылдың июленән маҡсатлы саралар уҙғара.

Юлдарҙа хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеүҙә төп ауыр­лыҡ ЮХХДИ ида­ралығы бүлексәләре иңенә төшә. Башҡортостандың ЮХХДИ ида­ралығы начальнигы, полиция полковнигы Владимир Севастьянов­тың тәҡдиме буйынса көстәрҙе һәм сараларҙы бүлеү тәртибенә үҙгә­рештәр индерелгән. Федераль автомобиль юлының авариялар күп булған участкаларында көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 11-гә тиклем Туймазы, Кушнаренко, Иглин, Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондарында юл патруле хеҙмәте наряды көсәйтелгән.

Эскән килеш рулгә ултырғанда ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм бала­ларҙы ташығанда ҡағиҙәләрҙе боҙ­ған өсөн етди яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралғанын граждан­дарҙың аңына һеңдереү маҡса­тында, Дәүләт инспекцияһы барлыҡ техник сараларҙы тикшереү эштәре уҙға­ра, ошо хаҡта киң мә­ғ­лү­мәт сараларында ла эш алып барыла.

ЮХХДИ идаралығы юлдарҙа үлемесле аварияларҙы кәметеү маҡсатында Башҡортостан Респуб­ликаһының  Юл хәрәкәте идара­лығы, “Приуралье” юлдар идара­лығы һәм башҡа автомобиль юлдары хужалары менән тығыҙ бәйлә­нештә эшләй, аҙна һайын комиссия ултырыштары уҙғарыла. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә былтыр юл-транспорт ваҡиғалары күп булған урындарҙы кәметеүгә өлгәшкәндәр: 2020 йылда ошондай 75 урын булһа, 2021 йылда 66-ға ҡалған.    

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бар талаптарға яуап биргән төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың оҙон­лоғо – 271, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙыҡы 444,2 саҡрымға артҡан. Юл ремонты барған урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары 40,7 процентҡа кәмегән, йәғни 16 осраҡ теркәлгән.

Федераль автомобиль юлдарында транспорт саралары хәрә­кә­тен күҙәтеүҙе көсәйтеү маҡса­тында алдан ҡуйылған 100 фото һәм видео теркәү комплексын федераль юлға күсергәндәр. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡу­шы­уы буйынса тиҙлекте, йәйәү­леләр үткәүелен, боролоштарҙы һәм туҡ­талҡаларҙы күҙәтеү өсөн тағы ла 500 фото һәм видео теркәү комп­лексын урынлаштырыу ҡарал­ған, күсмә автомат теркәү камераларын юлдарға ҡуйыу эше лә алып барыла. 

Рәсәйҙә “Паутина” махсус программа менән тәьмин итеү инде­релә, ул барлыҡ эшләгән һәм яңы урынлаштырылған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү камераларын үҙенә туплаясаҡ. Был про­грамма бөтә ил өсөн тәртип бо­ҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙа берҙәм ҡорал буласаҡ. Башҡортостанда уны быйыл марттан индереү башланған.  

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыу­сы­ларҙа хоҡуҡи яуаплылыҡты тәр­биәләү буйынса ла эш туҡтамай. Был йәһәттән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм автомобиль йөрөтөү мәҙәнилеген арттырыу буйынса мәғлүмәт кампа­нияһы планы әҙерләнгән һәм ғәмәлгә ашырыла. 

Республиканың ЮХХДИ идара­лығы балаларҙы ташыуҙа юл ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау йүнәлешендә төрлө саралар ойоштора һәм махсус әҙерләнгән бук­леттарҙы дәүләт хеҙмәттәре күр­һәтеү урындарында, юл хәрәкәтен күҙәткән саҡта, автозаправкалау станцияларында тараталар. 

Былтыр тәүге тапҡыр һәр район­­да һәм ҡалала балаларҙы юл хә­рәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса профилле сменалар ойош­торолған. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡала­ларындағы перинаталь үҙәктәр базаһында “Хәүефһеҙ бала саҡ” проекты сиктәрендә, ҡатын-ҡыҙ­ҙарға автомобилдә балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөү оҫталығына өй­рәтеү буйынса тренингтар уҙға­рыла. Уны асҡандан алып 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.

Башҡортостан Башлығы тәҡ­диме буйынса 2019 йылда ҡабул ителгән республика Хөкүмәте ҡа­рарына ярашлы, “Юғарыға ос!” белем биреү проекты концепцияһы раҫланды. Уға ярашлы, уҡыусы­лар­ға кластан тыш эштәр сиктә­рендә водитель танытмаһына уҡыу мөмкинлеген биргән “Рулгә ултыр” белем биреү модуле тормошҡа ашырыла. Ошо йылдарҙа 197 мәктәп, һөнәри колледждар, автомобиль мәктәптәре һәм ДОСААФ-тың урындағы бүлексәләре менән килешеү төҙөп, X һәм XI класта уҡыған дүрт меңгә яҡын баланы уҡытыуға өлгәшкән. 1066 бала барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, 18 йәштәре тулғас, водитель танытмаһы алыуға өлгәшкән.

Эйе, юлдарыбыҙ имен булһын өсөн дәүләт һәм ошо өлкәлә яуап­лы булған хеҙмәттәр барлыҡ сараларҙы күрә, әммә һәр йәйәүле, һәр водитель хәрәкәт ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәһә, был тырышлыҡ ҡына юлдарҙа тулы тәртип урын­лаштырыуға булышлыҡ итмәйәсәк. Быйыл тәүге өс айҙа республикала 203 йәйәүлене тапатҡандар, һөҙөмтәлә 15 кеше һәләк булған һәм 193 кеше тән йәрәхәттәре алған. 15 юл-транспорт ваҡиға­һының туғыҙ осрағында йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле. Уйланырға урын бар.

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: