Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Апрель 2022, 11:40

Рәсәй программалары сит илдәрҙең хәүефле контентын алмаштыра ала

Башҡортостан Республикаһында Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина шундай фекерҙә.

Рәсәй программалары сит илдәрҙең хәүефле контентын алмаштыра ала
Рәсәй программалары сит илдәрҙең хәүефле контентын алмаштыра ала

Компьютер уйындары уйлап сығарған сит ил компаниялары, самаһыҙ килем артынан ҡыуып, балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ыжлап та бирмәй. Мәҫәлән, Американың компьютер өлкәһе гиганттары балаларҙың психикаһын емереүгә алып барған контенттарҙы "иләк аша үткәреү" хаҡында бөтөнләй уйламай. Шундай хәүефле ҡушымталарҙың береһе – YouTube Kids.

"Ҙур килем артынан ҡыуып, корпорациялар үҙҙәренең интернет-сығанаҡтарына мөмкин ҡәҙәре күберәк ҡулланыусыларҙы йәлеп итергә ынтыла, ә балалар был осраҡта – еңел ҡорбан", – тип иҫәпләй Хәүефһеҙ интернет лигаһы директоры Е. Мизулина. 

Сит илдән килгән компьютер уйындарының насар тәьҫире йәмғиәтте босоуға һалмай ҡалмай, әлбиттә.  

"Балалар психикаһы тышҡы тәьҫиргә тиҙ бирешә, шуға ла өлкәндәр уларҙың нимә уҡығанын, нимә уйнағанын белеп торорға тейеш, – тип иҫәпләй Башҡортостанда Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина. – Рәсәйҙең ИТ-өлкәһенә ҙур ярҙам күрһәтелә, шуға ла тиҙҙән беҙҙең йәш быуын илдә эшләнгән уйындар уйнай аласаҡ. Уларҙы төҙөүселәр трендтарҙы ғына түгел, ә балаларҙың йәшен, психика үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотасаҡ".

фото: Башинформ.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: