Көндәр йылына, оҙаҡламай йәмле йәй етә. Донъя матурлығын бәлә-ҡаза баҫмаһын, балалар каникулын күңелле үткәрһен, ата-әсәнең йөрәге тыныс булһын ине.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров өлкәндәрҙе иҫкәртеп, үҙенең телеграм-каналында түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙған: ”Йылы көндәрҙә балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөүе менән бәйле бәхетһеҙлек осраҡтары булыуы мөмкин. Бер мәлгә генә күҙҙән ысҡындырғанда ла уларҙың бейеклектән ҡолауы, имгәнеүе, һәләк булыуы ихтимал, балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ”, – тип иҫкәртә етәксе.
Былтыр республикала, тәҙрәнән осоп төшөп, туғыҙ бала һәләк булды, 25-е йәрәхәтләнде. Быйыл тағы туғыҙ бала бейеклектән ҡоланы.
“Тәҙрә эргәһенә ултырғыс, диван ҡуймағыҙ, сабый бейеккә менерлек булмаһын. Тәҙрә төбөндә уйнарға, бер үҙҙәренә балконға сығырға рөхсәт итмәгеҙ. Бүлмәләрҙе елләткәндә баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Москит селтәренә ышанмағыҙ, ул баланың ауырлығын күтәрә алмай. Сабыйҙарҙы бер минутҡа ла үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ!” - тип уяулыҡҡа саҡыра етәксе.
Фото:Habinfo.ru