Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Апрель 2022, 19:30

Баймаҡта - янғындар...

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгән өсөн закон буйынса яуаплылыҡ ҡаралған.

Баймаҡта - янғындар...
Баймаҡта - янғындар...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районының Этҡол участка урмансылығында һигеҙ урман янғыны теркәлгән. Янғын сығанағына иң яҡын урынлашҡан 2-се Этҡолға тиклем ун саҡрым. Ауылға хәүеф янамай. Утты һүндереүгә 22 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.

Әлегә 5,6 гектар майҙанда янғын туҡтатылған, был йәһәттән эштәр дауам итә.

Уҙған тәүлектә Баймаҡ районында тағы ла бер урман янғыны теркәлгән, ут 9,5 гектар майҙанды ялмап алған. Уны һүндереүгә 20 кеше һәм дүрт берәмек техника йәлеп ителгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, утты туҡтатыуға өлгәшкәндәр.

Ғөмүмән, йыл башынан, 15 – 21 апрелдә, урман фондында бөтәһе һигеҙ янғын теркәлгән. 25 апрелгә Башҡортостанда 3-сө класлы янғын хәүефе бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бер осҡондоң ҙур янғынға әйләнеүе бар! Шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, әгәр урманда  йәки уға яҡын урында ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, Урман һағының берҙәм бушлай телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына - 8 (347) 218-14-14 - шылтыратырға кәрәк.

Урманда һәм уға яҡын урындарҙа ут менән һаҡ эш итмәгән, усаҡ яҡҡанда, сытыр һәм ҡоро үлән яндырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәгән өсөн закон буйынса яуаплылыҡ ҡаралған.     

Фото: @mchsrb.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в