Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Апрель 2022, 16:00

Ике йыл уны таба алмайҙар

Бәлки, үҙен күреүселәр булғандыр?..

Ике йыл уны таба алмайҙар
Ике йыл уны таба алмайҙар

Белорет районынан вахта ысулы менән йөрөп эшләгән йәш кешене ике йылға яҡын эҙләйҙәр. Апаһы әйтеүенсә, туғаны тураһында 2020 йылдың 24 июненән - урманда эшләгән ваҡыттан - бер ни ҙә билдәле түгел.

Данил Тимербай улы Тайыпов 1992 йылдың 21 апрелендә Үрге Ағиҙелдә тыуған. Яҡындарының мәғлүмәте буйынса, егеттең буйы 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡара һоро төҫтә, күҙҙәре йәшел.

Юғалған көндә өҫтөндә ҡара йәшел камуфляж куртка, шундай уҡ төҫтә салбар булған, күҙлек кейгән.

Егеттең ғәйеп булыуына ике йыл тирәһе ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, туғандары уның табылырына өмөтөн юғалтмай, бер көн ҡайтып инеренә ышана.

- Мөмкин булһа, әлбиттә, тиҙерәк ҡайт! Нимә булһа ла, беҙ һине аңларбыҙ, ғәфү итербеҙ. Һине яратабыҙ, иҫән-һау ҡайтырыңды көтәбеҙ. Иң мөһиме - иҫән булыуың! - тип өндәшә социаль селтәр аша егеттең апаһы.

Данил Тайыповтың ҡайҙалығы кемгәлер билдәле булһа, зинһар, 8(965)6436926, 8(800)7005452 һәм 112 телефондарына шылтыратығыҙ.

Фото:vk.com/newsbash

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в