Күрше Ульяновск өлкәһенән ҡурҡыныс хәбәр килде. Бөгөн билдәһеҙ кеше балалар баҡсаһына барып атыш ойошторған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, балалар йоҡлаған саҡта “Иж-27” мылтығын тотҡан ир учреждениеға ингән. Ул төп ишек аша үткән. Был ваҡытта тупһаны йыуып йөрөгән хеҙмәткәрҙе төрткән һәм үтеп киткән. Икенсе ҡатҡа менгән һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәренә, аҙаҡ биш йәшлек малай менән алты йәшлек ҡыҙыҡайға атҡан. Бынан һуң үҙен-үҙе атып үлтергән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике бала урында һәләк булған. Шулай уҡ тәрбиәсе ҡатын үлгән. Атыусы ла урында йән биргән. Тағы бер тәрбиәсе йәрәхәтләнгән. Билдәле булыуынса, балалар баҡсаһында һаҡсы булмаған, тик хәүеф төймәһе генә эшләгән.
Атыш ойошторған ирҙең шәхесе әлегә асыҡланмаған. Ул үҙенең битенә атҡан һәм уны таныуы ауыр. Хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, уның 68 йәшлек урындағы кеше булыуы ихтимал. Әле хәлде тикшереү бара.
Фото: gazeta.ru