Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Апрель 2022, 15:00

Ике бала әсәһенә нимә булған?

Ул рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәгән, эскесе булмаған.

Ике бала әсәһенә нимә булған?
Ике бала әсәһенә нимә булған?

Кисә көндөҙ Салауат районында фажиғәле хәл теркәлгән. Кешеләр ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратып, Йүрүҙән йылғаһынан ун метр алыҫлыҡта кеше кәүҙәһен табыуҙары тураһында хәбәр иткән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яҙа.

Тәүҙә енесен дә асыҡлап булмаған кешенең 43 йәшлек ҡатын булыуын асыҡлайҙар.

“Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала уның кемлеген белде. Ул Салауат районында йәшәгән 43 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Уның тураһында шулар билдәле: рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәгән, эскесе булмаған. Ул үҙенең йортонда ҡарт әсәһе һәм бәлиғ булмаған ике балаһы менән бергә йәшәгән”, – тигән сығанаҡ.  

Әле уның ни сәбәпле үлгәне билдәле түгел. Быны асыҡлау өсөн кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына йүнәлткәндәр.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: