Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Апрель , 10:20

Ишембайҙа дүрт бала ғәйеп булған

Малайҙарға 13-15 йәш. 

Ишембайҙа дүрт бала ғәйеп булған
Ишембайҙа дүрт бала ғәйеп булған

Ишембай районында дүрт бала ғәйеп булған. Уларҙың ҡайҙалығы 26 апрелдән билдәле түгел. Балаларҙы эҙләү тураһында “Балаларҙы эҙләү. Өфө” ирекмәндәр төркөмө хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, малайҙар Петровск балалар йортонан ҡасҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре быға тиклем дә учреждениены үҙаллы ҡалдырып киткәне булған.

Шакиров Данил: 15 йәш, буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, көрән күҙле. Ул ҡара кофта, аҡ футболка, ҡара спорт трикоһы, ҡара кроссовки кейгән.

Хәсәнов Тимофей: 13 йәш, буйы 158 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа һары сәсле, күҙҙәре көрән. Күк төҫтәге олимпийка, күк күлдәк, күк джинсы, ҡара-ҡыҙыл кроссовка кейгән.

Ғөбәйҙуллин Тимур: 13 йәш, буйы 150 сантиметр, тығыҙ кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, күҙҙәре көрән. Күк төҫтәге ҡыҙыл еңле толстовка, күк трико, ҡара-аҡ кроссовки кейгән.

Ғөбәйҙуллин Эмиль: 13 йәш, буйы 150 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, көрән күҙле. Ул ҡара-ҡыҙыл олимпийка, аҡ күлдәк, күк джинсы, ҡара-аҡ кроссовки кейгән.

Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-987-106-06-01 йәки 02 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в