Хәүефһеҙлек
27 Апрель 2022, 14:30

Коррупцияға юл ҡуймайыҡ!

"Ришүәтселектең юлын быуыу, уны асыҡлау өсөн бындай сараларҙы даими үткәрергә кәрәк".

Коррупцияға юл ҡуймайыҡ!Коррупцияға юл ҡуймайыҡ!
Коррупцияға юл ҡуймайыҡ!

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Өфө Финанс университетында финанс-иҡтисади органдарҙың Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумы барышында ришүәтселеккә кире ҡараш тәрбиәләү буйынса Сәхнә оҫталығы конкурсы ойошторолдо.

"Коррупцияның юлын быуыу, уны асыҡлау өсөн бындай сараларҙы даими үткәрергә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығының Коррупцияға ҡаршы саралар буйынса идаралығы начальнигы Виктор Бутыркин. – Иң мөһиме - йәштәрҙә ришүәтселеккә ҡаршы стандарт барлыҡҡа килергә тейеш".

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вячеслав Рябов конкурсанттарға уңыштар теләне.

Башҡортостан буйынса Федераль ҡаҙнасылыҡ идаралығы етәксеһе, конкурстың жюри рәйесе Светлана Мәрүәрова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “2021 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән Коррупцияға ҡаршы сараларҙың милли планы тураһында” Указының мөһимлеген билдәләне.  

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Өфө Финанс университеты директоры Рафаэль Сафуанов билдәләүенсә, йәштәр өсөн ошондай конкурста ҡатнашыуҙың әһәмиәте ҙур, ул эшкә ҡарата яуаплылыҡты, ижадилыҡты үҫтерә.

Конкурста бөтәһе ун команда ҡатнашты.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас