Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Апрель , 20:30

"Һеҙ - ышаныслы көрәштәшебеҙ"

Янғын һағы көнө алдынан ҡотҡарыуға бүләктәр, частарға яңы техника тапшырылды.

"Һеҙ - ышаныслы көрәштәшебеҙ"
"Һеҙ - ышаныслы көрәштәшебеҙ"

28 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың янғын һүндереү частарына, ирекле командаларына 11 берәмек янғын-ҡотҡарыу һәм тағылма техника тапшырҙы.

"Һөнәри байрам - Янғын һағы көнө алдынан ҡотҡарыу хеҙмәте базаһын нығытабыҙ. Ҡотҡарыусыларҙың һөнәри коллективтарына, ауыл биләмәһе хакимиәттәренә рәхмәт белдерәм. Һеҙ бергәләп кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һаҡлайһығыҙ, тораҡ пункттарҙа, тәбиғәт биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ышаныслы көрәштәшебеҙ булып тораһығыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ артабан да техник паркты яңыртыу йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ. Быйыл Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты һатып алып, минеңсә, дөрөҫ ҡарар ҡабул иттек. Ут менән көрәштә уның һөҙөмтәле ярҙамына ышанам. Белеүебеҙсә, беҙҙең өсөн ҡатмарлы осор башлана: республика биләмәһендә яңы ут сығыу осраҡтары була башланы. Шуға ла 1 майҙан урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режим индерәбеҙ.

Шуны билдәләү мөһим, Башҡортостан яңы ҡорамалды янғын-ҡотҡарыу көстәре үҫеше республика стратегияһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә алған. Ғөмүмән, 2022 йыл башынан 60,2 миллион һумлыҡ 27 берәмек янғын-ҡотҡарыу техникаһы алынған.

Төбәк етәксеһе илебеҙҙә етештерелгән махсус машинаны “УРАЛ Next” шассиһында ҡараны. Был иһә - алты кубометр һыйҙырышлы автоцистернаһы булған күп функциялы автомобиль. Ул тораҡ пункттарҙа ла, сәнәғәт объекттарында ла эшләй ала. ЛКТ-4П янғын һүндереү ярым тағылма цистернаһы дүрт кубометр һыйҙырышлы. Уны көнкүрештә ҡулланыу өсөн һыу килтергәндә лә, ауыл хужалығы һәм парк культураларына һипкәндә лә, объекттарҙы санитар эшкәрткәндә лә, техниканы йыуғанда ла ҡулланырға була.

Радий Хәбиров янғын һүндереүселәр Хәмит Әхтәмйәновҡа һәм Ильяс Латиповҡа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәндәре, юғары һөнәр оҫталыҡтары өсөн Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы тигән маҡтаулы исемгә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов лайыҡ булды.

Янғын-ҡотҡарыу автомобилдәре, тағылма техника Башҡортостандың Янғынға ҡаршы һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре паркын тулыландырҙы. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Белорет, Туймазы, Архангел, Бүздәк, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә райондарына юллана.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в