Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Апрель 2022, 11:30

Табылған да бит...

 Уның кешеләр менән аралашмай, яңғыҙы йәшәгәнлеге билдәле

Табылған да бит...
Табылған да бит...

20 апрелдә Белорет - Магнитогорск трассаһынан 100 метр алыҫлыҡта ҡаҡса кәүҙәле (буйы - 160 сантиметр), һары сәсле, асыҡ-һоро  күҙле 35-40 йәштәр тирәһендәге ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен тапҡайнылар. Эске эштәр министрлығы уның шәхесен асыҡлау буйынса эш алып барҙы. Суд экспертизаһы ҡатындың 15 апрелдән алдараҡ вафат булыуын билдәләгән.

Ошо көндәрҙә мәйеттең шәхесе билдәле булған: ул - Санкт- Петербургтан Белорет ҡалаһына бер йыл элек күсеп килгән 39 йәшлек ҡатын. Әйтеүҙәренсә, ул туғандары менән бәйләнешен өҙгәне булмаған, йәшәү урынын йыш алмаштырған һәм кешеләр менән аралашмаған, яңғыҙ тормош алып барған.

Үлеме сәбәбе - медиктар һөҙөмтәһе буйынса, ҡатын йөрәк сиренән вафат булған. Тикшереү эштәре дауам итә.
Фото:bashnews.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: