Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Май 2022, 10:00

Һаҡ булығыҙ: талпан!

Уларҙы вируслы энцефалитҡа, боррелияларға тикшертеү лабораториялары адрестары, травпункттар исемлеге - яҙмала.

Һаҡ булығыҙ: талпан!
Һаҡ булығыҙ: талпан!

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы аҙна һайын халыҡтың талпан ҡаҙалыу менән бәйле медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеүе, шулай уҡ талпан тешләү сәбәпле килеп сыҡҡан инфекцияларҙы иҫкәртеү, эпидемияға ҡаршы саралар буйынса мониторинг үткәреүҙе дауам итә.

Республикала дүрт мең гектар ергә акарицидлы эшкәртеү уҙғарылған.

29 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, медицина ойошмаларына, талпан ҡаҙалыу сәбәпле, 415 кеше (2021 йылда – 485), шул иҫәптән 169 бала (2021 йылда – 227) мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү, вируслы энцефалитҡа, боррелияларға тикшереү пункттары эшләй. Лабораторияларҙың адресын, телефонын, эш графигын ошо сайтта ҡарай алаһығыҙ: http://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34335/

Өфө ҡалаһы биләмәһендә вируслы энцефалитҡа ҡаршы тиҙ ярҙам күрһәткән медицина ойошмалары (травпункттар) исемлеге: http://02.rospotrebnadzor.ru/content/173/34377/

Фото: prusakam.net

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: