Ял көндәрендә Ейәнсура районында күңелһеҙ хәл теркәлгән. Йылайыр районынан бер ғаилә Магнитогорск - Ира автомобиль юлы буйлап барып, Һүрен йылғаһы буйында ял итергә туҡтаған. Водитель йылға яры янынан боролорға уйлаған, әммә ул урындың һөҙәк һәм тайғаҡ икәнлеген иҫәпкә алмаған, күрәһең.
Һөҙөмтәлә машина йылғаға табан шыуып төшә башлаған. Ниндәйҙер мәлдә ул ярҙа эләгеп туҡтаңҡырап ҡала: ғаилә ниндәйҙер мөғжизә менән салондан сығып өлгөрә, ә машина һыуға сума.
Бәхеткә күрә, барыһы ла имен-һау. Автомобиль салонында ир-ҡатынлы һәм уларҙың кескәй балаһы була.
Байрам көндәрендә йылға, күл буйына сығып ял итеүселәрҙең һаны арта, тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Ялығыҙ оло фажиғәгә килтермәһен!
Фото һәм сығанаҡ: "Зилаирские огни" гәзитенән.