Фәйнүзә инәй былтырғы йылдың 6 март төнөн ғүмерҙә лә онота алмаҫ инде. Был көндө хәҙер ул үҙенең икенсе тыуған көнө булараҡ ҡабул итә. Шул көндөң төнөндә Өфөлә Ферин урамында урынлашҡан йорттоң дүртенсе ҡатында янғын сыға.
Ҡуйы төтөн шунда уҡ оҙон коридорҙы тултыра. Ҡоттары осҡан кешеләр фатирҙарынан сығып, тышҡа сығырға тырыша. Шау-шыу башланғас, 79 йәшлек Фәйнүзә Әхмәтдинова ла коридорға сыға һәм тышҡа саф һауаға ынтыла. Тик барып етә алмай, төтөнгә тонсоғоп, иҫен юғалта һәм йығыла. Әгәр ваҡытында ҡотҡарыусылар килеп сыҡмаһа, бөгөн ул беҙҙең арала булмаҫ ине. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре уны күтәреп тышҡа сығара һәм “ашығыс ярҙам” бригадаһына тапшыра.
Был янғын ысынлап ҡурҡыныс була. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе табыр өсөн тубыҡланып, һәрмәнеп эҙләйҙәр. Ул саҡта 144 кешене, шул иҫәптән ун баланы эвакуациялайҙар. 57 кешене, шул иҫәптән 21 баланы үлемдән ҡотҡаралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта ҡорбандарһыҙ үтмәй. Ике ҡатын урында һәләк була, 12 йәшлек малайҙы алып сыҡһалар ҙа, ул да ағыуланыуҙан иҫенә килә алмай.
79 йәшлек Фәйнүзә инәйҙе лә ул көндө үлгән тип иҫәпләйҙәр, сөнки уның документтар һалынған сумкаһын һәләк булған ҡатындар янында табалар. Ҡыҙы ҡаланың бөтә дауаханаларына шылтыратып сыға һәм береһендә “әсәйегеҙ иҫән” тигәс, бик ҡыуана.
“Әсәйҙе юғалттым тип уйлап, уның менән бәхилләшеп бөткәс, кире иҫән икәнлеген белеү ҙур бәхет, әлбиттә,” тип һөйләгән ҡотҡарыусыларға Фәйнүзә инәйҙең ҡыҙы.
Һәм бына фажиғәнән һуң бер йыл үткәс, Фәйнүзә Ғабдрахман ҡыҙының ҡотҡарыусылары уға ҡунаҡҡа килгән. Улар 28-се янғын һүндереү часы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре - Илдар Бикбулатов, Руслан Сәғәҙәтов, Максим Тарасов, Артур Ғаянов һәм Артур Вилданов.
“Ҡатын һәр кемде ҡосаҡлап алды, күҙ йәштәре аша ҡотҡарғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Сәй табыны артында теге ҡот осҡос янғын ваҡиғаларын иҫкә төшөргәндәр. Быйыл Фәйнүзә Ғабрахман ҡыҙына 80 йәш тула, шул март көнөн ул икенсе тыуған көнө тип иҫәпләй”, – тип йомғаҡ яһанылар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте