Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Май 2022, 10:00

Янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ял көндәрендә янғындар һаны кәмемәне

Янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән
Янғындарҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ял көндәрендә янғындар һаны кәмемәне, уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә, 3 майҙа Благовещен районының Бедеева Поляна ауылында йорт яна.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ирекле янғын һүндереүселәре сыға. Ҡотҡарыусылар килеүгә 5х10 метр үлсәмле бер ҡатлы бүрәнәле йортто ут ялмап алған була. Янғынды һүндергәс, 1952 һәм 1975 йылғы ирҙәрҙең үле кәүҙәһен табалар. Шулай уҡ янғында 1951 йылғы ҡатын да зыян күрә, уны Благовещен дауаханаһына оҙаталар, хәле ныҡ ауыр, ти табиптар.

Әле ваҡиға урында тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Кисә шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһында янғында зыян күргән ике кешенең ғүмере өҙөлгән. 2 май көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың балконына "ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлай. Һөҙөмтәлә, ике ир зыян күрә. Уларҙың береһе кисә вафат була. 

Йәнә бер янғын Стәрлетамаҡ районында 20 апрелдә теркәлә. Ҡырмыҫҡалы ауылында сыҡҡан янғында 1963 йылғы ҡатын зыян күрә һәм дауаханаға оҙатыла. Кисә ул да дауахананың реанимация бүлегендә вафат була.

Кеше ғүмерен алып киткән һәр осраҡ буйынса тикшереү-оператив төркөмдәр эшләй, улар үлем осрағының сәбәптәрен асыҡлай.

"Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Тәмәке төпсөгөн һүндерергә онотмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ. Мейес һәм газ ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Йәнә байрам ялдары яҡынлаша. Улар юғалтыуһыҙ, фажиғәһеҙ үтһен. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!" – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
 
Фото: "Башинформ"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: