Кисә, 4 майҙа, Өфөлә юлда ике ҡыҙҙы бәрҙергәндәр. Юл һәләкәтенә туранан-тура ҡатнашы булған "Шкода Кодиак" рулендә 32 йәшлек водитель ултырған.
Башҡортостан ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, бәхетһеҙлек Р. Зорге урамында көндөҙгө сәғәт 4-тә теркәлгән. 16 һәм 12 йәшлек ҡыҙҙар йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан сығып барғанда тарыған әлеге фажиғәгә. Төрлө тән йәрәхәттәре алған үҫмерҙәр әле дауаханала.
Полиция хеҙмәткәрҙәре был юл-транспорт һәләкәте буйынса тикшереү алып бара.
Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү буйынса водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә берҙәй яуаплы икәнен иҫтән сығармай, һәр кем бер-береһенә иғтибарлы, һаҡ булһын ине.
Фото: smartik.ru