Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Май 2022, 21:00

"Өләсәйемде ерләргә аҡса кәрәк..."

Яҡташыбыҙҙың артында карауатта аҡ япма менән ҡапланған кеше ятҡан. Баҡтиһәң...

"Өләсәйемде ерләргә аҡса кәрәк..."
"Өләсәйемде ерләргә аҡса кәрәк..."

Аҡса эшләргә маһир кешеләр була. Араларында быны еңел юл менән – башҡаларҙы алдап эшләүселәр ҙә осрай. Бөгөнгө яҙмабыҙ ошондай “йомро башлы” йәш кенә яҡташыбыҙ тураһында.

Стәрлетамаҡта йәшәгән 22 йәшлек ҡыҙҙың яратҡан өләсәһе үлгән һәм уны ерләр өсөн аҡса кәрәк булған. Ошо һүҙҙәргә ышанып, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән 67 ир ҡыҙға дөйөм алғанда 2,3 миллион һум аҡса күсергән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ҡыҙ 2019 йылдың октябренән алып 2021 йылдың апреленә тиклем социаль селтәрҙәрҙә күп итеп аккаунттар булдырған һәм уның аша ирҙәр менән танышҡан. Аралашҡан саҡта өләсәһе тураһындағы әкиәтте һөйләп, уны ерләр өсөн аҡса һорап торған. Шуныһы, ул виртуаль дуҫтарына фото ла ебәргән. Унда үҙе төшкән, ә артында карауатта аҡ япма менән ҡапланған кеше ятҡан. Баҡһаң, ҡыҙ ысынлап та был фотоно өләсәһе менән төшөргән, тик ул үлмәгән, ә йоҡлап ҡына ятҡан булған. Ә ирҙәр был фотоны күргәс, уға ысынлап ышанған һәм аҡса күсергән.

Аҡса алғандан һуң ул туҡтап ҡалмаған, башҡа сәбәптәр буйынса ла һорай башлаған. Мәҫәлән, танышырға килер өсөн юллыҡ аҡса кәрәк булған. Ә инде бурысты ҡайтарырға һорағандарҙы ул блокка ҡуйған һәм башҡаса аралашмаған.

Дөйөм алғанда, яҡташыбыҙҙың ҡармағына 67 ир эләккән. Улар Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәй: өсәүһе Норильскиҙа, Силәбе, Сорғот, Таганрог, Мурманск, Калуга, Вологда, Тверь, Сочи, Санкт-Петербург, Пенза ҡалалары, Ырымбур, Свердловск, Кемерово, Ленинград, Мәскәү өлкәләре, Мордовия, Башҡортостан, Алтай һәм башҡалар бар.

Иң күп зыян күргәне – Татарстандан 28 йәшлек ир. Биш ай дауамында ул 56 тапҡыр аҡса күсергән, дөйөм суммаһы - 417 мең һумдан ашыу. Норильскиҙа йәшәгән 35 йәшлек ир мутлашыусыға 13 мәртәбә аҡса һалған (дөйөм сумма - 237 мең һум, башҡа ике яҡташы – 162 мең. Ғәйепләнеүсенең ғәмәлдәренән дөйөм зыян күләме 2,3 миллион һум тәшкил иткән. Өйөн тентеү барышында полицейскийҙар енәйәтсенең 1 миллион 250 мең һум аҡсаһын тартып алған. Уға ҡарата мутлыҡ буйынса 67 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уларҙы тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған. Ғәйепләнеүсегә биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Фото: mvdmedia.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: