Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Май 2022, 13:45

Ҡул суҡтарында яра эҙе бар...

Ынйы Иҡсанова 10 апрелдән бирле юҡ. 

Ҡул суҡтарында яра эҙе бар...
Ҡул суҡтарында яра эҙе бар...

Полиция хеҙмәткәрҙәре Ынйы Иҡсанова тигән кешене эҙләй. Полицияның Баҡалы районы буйынса бүлексәһенә уның 44 йәшлек ире мөрәжәғәт иткән. Уның белдереүенсә, ҡатыны быйыл 10 апрелдә өйөнән сығып киткән һәм юғалған. Әле уның ҡайҙалығы билдәле түгел.

Ҡатындың билдәләре: ҡарап тороуға 40 йәштәр самаһы, уртаса буй-һынлы, буйы 160-165 сантиметр, бите овал формаһында, сәстәре тура, ҡара төҫтә, ҡаштары тура, һирәк, танауы тура. Ҡул суҡтарында йөйҙәре бар.

Ғәйеп булған көнөндә ҡатын ҡыҙыл куртка, күк беретка, аҡһыл көрән свитер, һоро салбар, ҡара ботинки кейгән булған.

“Эҙләнгән кешенең ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алғанда тиҙ арала 8(34742)3-28-76, 8(34742)3-28-36 йәки 02 (102 - мобиль телефондан) телефондары буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, - тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: Эске эштәр министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: