Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Май 2022, 22:45

Әбйәлилдә - ҡурҡыныс янғын

Әле ошо юлдан Баймаҡ районына ҡайтып барған хеҙмәттәшебеҙ Илдар Аҡъюлов хәбәр итеүенсә...

Әбйәлилдә - ҡурҡыныс янғын
Әбйәлилдә - ҡурҡыныс янғын

Әле Әбйәлил районында көслө янғын: Ирәндек тауҙары һәм урман яна. Ут һүндереүселәр, район халҡы бар хәленсә тырышһа ла, әйтеүҙәренсә, янғын көсәйгәндән-көсәйә.

Тирмән ауылы янындағы ут бигерәк тә хәүефле, сөнки унан алыҫ түгел "Ирәндек" балалар ял лагеры урынлашҡан.

Ошо юлдан Баймаҡ районына ҡайтып килгән хеҙмәттәшебеҙ Илдар Аҡъюлов һүҙҙәренсә, янғын ныҡ көслө. Ул ике яҡлап таралған: береһе Тирмән яғына юл алһа, икенсеһе - Асҡарға табан. Ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр эшләй, ирекмәндәр ярҙамы ла талап ителә.

Фото: "Черное Белое Аскарово" сайты.

Әбйәлилдә - ҡурҡыныс янғын
Әбйәлилдә - ҡурҡыныс янғын
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: