Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Май 2022, 13:45

Өфөлә ер убылған...

Ер убылып төшөү һөҙөмтәһендә юл ябылған. 21-се дауаханаға, “Әсә һәм Бала” клиникаһына барыу өсөн урау юл бар.

Өфөлә ер убылған...
Өфөлә ер убылған...

Бөгөн Өфө ҡалаһының Урман юлы урамы, 3/2 адресы буйынса 50 метр киңлегендә һәм биш метр тәрәнлегендә ер убылған. Был хәл төндә 02:30 сәғәттә булған.

Биләмәне шунда уҡ кәртәләп алғандар, ваҡиға урынында авария хеҙмәттәре эшләй

– Әле ҡала хеҙмәттәре урында, хәлдең сәбәбен асыҡлай. Уның һөҙөмтәләре буйынса тергеҙеү эштәрен башлайбыҙ. Хәл тураһында өҫтәп хәбәр итәсәкбеҙ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

“Ер убылып төшөү һөҙөмтәһендә Урман музейы эргәһендә Менделеев урамынан Урман юлы урамына тиклем юл ябылған. 21-се дауаханаға һәм “Әсә һәм Бала” клиникаһына барыу өсөн урау юл бар”, - тине Өфө ҡалаһының төҙөлөш буйынса идаралығы начальнигы. Дауаханаға Йәштәр бульвары аша йөрөргә мөмкин.

“Башҡортостан генерациялау компанияһы” төҙөлөш идаралығы етәксеһе Павел Шаповалов белдереүенсә, 2000 йыл башында штольняның алдан тотоп торған ваҡытлыса нығытмаһы емерелгән. Капиталь нығытманы быйыл июндә ҡуйырға тейеш булғандар. Әле ерҙең убылыуы дауам итмәһен өсөн нығытыу эштәре алып барыла.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ер уйылған урында белгестәр тергеҙеү эшен башлаған. Уйылған урында инженер селтәрҙәре һәм газ үткәргестәр юҡ.  

Башҡортостандың Транспорт һәм төҙөлөш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2007 йылда ҡаланың Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө аҡса булмауы сәбәпле туҡтатыла. Йыл һайын Башҡортостан бюджетынан уны ҡарау өсөн 200 миллион һум аҡса бүленгән булған. Бынан бер нисә йыл элек Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн яңынан башлау иһә туннелдең эсендә ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолоуға булышлыҡ иткән. 

Фото: Телеграмдағы “Подслушано в Башкирии” төркөмөнән.

Өфөлә ер убылған...
Өфөлә ер убылған...
Өфөлә ер убылған...
Өфөлә ер убылған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: