Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Май 2022, 11:30

Ауына үҙе "эләккән"

Күңелһеҙ хәл Баймаҡ районының Һаҡмар йылғаһында теркәлгән...

Ауына үҙе "эләккән"
Ауына үҙе "эләккән"

Күңелһеҙ хәл Баймаҡ районының Һаҡмар йылғаһында теркәлгән. 

"Ыуылдырыҡ" операцияһы сиктәрендә енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ау менән балыҡ тотҡан кешене тотҡан. Ир Һаҡмар йылғаһында төндә законһыҙ рәүештә балыҡ тотҡан. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй.
Балыҡ тоторға яратҡан ир еңел кәсеп ярҙамында дөйөм оҙонлоғо 115 метрлыҡ селтәрле ау менән файҙаланып,  төрлө тоҡомдағы 60-тан ашыу балыҡ тотҡан, бының менән ул дәүләткә 52 мең һумдан ашыу зыян килтергән.
Браконьерға ҡарата енәйәт эше асылған, хатта уның ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал.

Балыҡ тоторға яратыусыларға иғтибарлы булыу талап ителә. Рөхсәтһеҙ урында законһыҙ рәүештә балыҡ тотмағыҙ, тәбиғәткә зыян килтермәгеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: