Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү байрамы көнө ҡурҡыныс авариялар менән йәмһеҙләнде. Беренсеһе бөгөн таң менән Баймаҡ районында була. Магнитогорск - Ира юлында "Toyota Camry" машинаһы юлдан сығып оса һәм ауа. Автомобилдең водителе 35 йәшлек Сибай кешеһе һәм уның пассажиры урында һәләк була. Тағы бер пассажир ҡатын ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар аварияның сәбәптәрен асыҡлай.
Икенсе авария көндөҙ Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлында Әлшәй районында була. Бында “Volkswagen Polo” менән “Ford Focus” автомобилдәре бәрелешә. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бәрелешкәндән һуң ике автомобиль дә янып китә. Кешеләрҙе сығарыр өсөн ҡотҡарыусылар талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Volkswagen Polo” машинаһында ултырған 1992 һәм 1993 йылғы ике ир һәләк була. Тағы өс кеше Раевка район үҙәк дауаханаһына оҙатыла. Улар 1988 йылғы ир, 1992 йылғы ҡатын һәм 2013 йылғы ҡыҙ бала. Әлеге ваҡытта аварияның анығыраҡ сәбәптәре асыҡлана.
Көндәр йылытып, юлдар асылғас, ҡайһы бер водителдәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота башлай. Тиҙлекте арттыралар, төнгө юлдарҙа ҡыуалар. Ошо саҡта йәнә авариялар һаны арта һәм ғүмерҙәр өҙөлә. Бындай ҡурҡыныс хәлгә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итергә ярамай. Улар ябай: тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефһеҙ дистанция һаҡларға, алдан килгән машинаны уҙырға сыҡҡан саҡта маневерҙың хәүефһеҙ икәнлегенә инанырға кәрәк. Эскән килеш рулгә ултырыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.
Юлдарыбыҙ имен булһын. Һәр ҡайһыбыҙҙы иҫән-һау килеш өйҙә көтәләр.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.