Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Май 2022, 14:00

Һаҡ булығыҙ: "йылан туйҙары" башлана

Әгәр ҙә йылан саҡһа нимә эшләргә?

Һаҡ булығыҙ: "йылан туйҙары" башлана
Һаҡ булығыҙ: "йылан туйҙары" башлана

Йыландар, көндәр йылыныу менән ятҡан урындарынан сығып, бергә йыйыла. Шул рәүешле "йылан туйы" башлана. Ата йыландар нәҫел дауам итеү һәм инә заттар менән парлашыу мөмкинлеге өсөн ярышырға тотона. Был ваҡытта улар янына барып сыҡмауың мең хәйерле. Йыландар һауа температураһы күтәрелгән һайын әүҙемләшә бара. Әммә 30 градустан артыҡ эҫелә улар ҡояштан ҡасып, йәшеренә. Хатта юғары температура булғанда уларҙың үлеүе лә мөмкин.

Йылан — тәбиғәте менән тыныс йәнлек, уның кешегә ташлана торған ғәҙәте юҡ, әммә кәүҙәһенә яңылыш баҫһаң – тешенән ҡотолоп булмаясаҡ.  Башҡортостанда йыландың алты төрө бар. Туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар ағыуһыҙ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы сағырға мөмкин. Йыландан һаҡланыу өсөн урман-ҡырға резина итек кейеп сығыу отошло. Ял урыны булараҡ ҡуйы үлән араһын, ҡоро ағас төптәрен һайламау хәйерле. Был йәнлектәр кеше ҡулы теймәгән, кеше аяғы баҫмаған урындарҙы үҙ итә, шулай уҡ серегән, киҫелгән ағас төбөндә оя ҡорорға ярата. Беҙҙең төбәктә осраған ағыулы ҡара йылан  ышыҡ, дымлы урындарҙы ярата. Шуға ул йорт янына эйәләшмәһен өсөн кәртә-ҡура тирәһендә бейек үлән үҫтермәҫкә, ихатала серек ағас-бүрәнә өйөмдәрен булдырмаҫҡа кәрәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда иһә шәхси хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим. 

Әгәр ҙә йылан саҡһа, ул саҡҡан урынды жгут менән бәйләргә ярамай. Белгән осраҡта ғына уның ағыуын һурып алырға мөмкин, әммә был ваҡытта тештәрегеҙҙең һау-сәләмәт булыуын да онотмағыҙ. Йыландан сағылһағыҙ, мотлаҡ рәүештә табипҡа күренегеҙ, сөнки аллергия хәүефе лә ҡушылһа, борсолорға урын бар. Иң мөһиме- ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә иғтибарлы булығыҙ!

Фото: i-sonnik.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: