Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Май 2022, 22:30

Бына шундай ҡыйыу ирҙәр бар!

Туғыҙынсы ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһе ситенә бәләкәй бала, ҡото осоп, бар көсөнә йәбешкән...

Бына шундай ҡыйыу ирҙәр бар!
Бына шундай ҡыйыу ирҙәр бар!

Бөгөн был видеояҙма менән интернет һәм социаль селтәрҙәр тулды. Хәл Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында булған. 

Видеоға тыныс ҡына ҡарап булмай. Туғыҙынсы ҡатта урынлашҡан фатирҙың тәҙрәһе ситенә йәбешеп бәләкәй бала тора. Сабыйҙың 2019 йылғы икәнлеге билдәле. Ул бына-бына ысҡынып ергә ҡолар кеүек. Шул саҡта һигеҙенсе ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡыйыу ир-егет килеп сыға һәм, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, баланы ҡотҡарырға килә башлай. Ҡото осҡан сабый бар көсө менән тәҙрә ситенә йәбешкән, шуға ир уны тиҙ генә тартып ала алмай. Бер аҙ ваҡыттан ғына саҡ-саҡ ысҡындырып, үҙенең фатирына индереүгә өлгәшә. 

Күренеүенсә, был фатирҙың тәҙрәләре бик уңайһыҙ асыла, ҡотҡарыу эшенә ҡамасаулай ғына. Әммә ҡыйыу ирҙе был туҡтатмай. Аҫта ла кешеләрҙең баланы тоторға әҙер торғаны күренә.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, өс йәшлек бала өйҙә яңғыҙы ҡалған булған. Ул уйынсыҡтарын тәҙрә төбөнә өйгән һәм шунда баҫып тәҙрәгә менгән. 

Был саҡта 37 йәшлек Сабит Шонтакбаев тигән кеше эшкә китеп барған булған. Йорто янында кешеләрҙең күп икәнлегенә иғтибар иткән һәм тәҙрәлә торған баланы күргән. Ул, һис уйлап тормай, күршеләренә йүгереп ингән һәм баланы ҡотҡарған. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыш йылытыу менән ошондай хәлдәр беҙҙә лә арта. Бәләкәй балаға тәҙрә аша сығып ҡолау өсөн бер минут ваҡыт та етә. Күп осраҡта бындай хәлдәр бик аяныслы тамамлана. Шуға күрә балалы йортта уяулыҡты бер ҡасан да юғалтырға ярамай икәнлеген онотмағыҙ. 

Фото: tengrinews.kz

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: