Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Май 2022, 11:45

Ике аҙнала – 16 ғүмер

Кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған авария төрҙәре: машиналар бәрелеше – ун кеше, йәйәүлене тапатыу – өс кеше һәм машинаның түңкәрелеүе – өс кеше.

Ике аҙнала – 16 ғүмер
Ике аҙнала – 16 ғүмер

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һуңғы аҙналарҙа – 25 апрелдән 11 майға тиклем юлдарҙағы хәл тураһында һөйләне.

Үкенескә ҡаршы, һандар ҡыуандырмай.

– ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, 25 апрелдән 11 майға тиклем республикала 140 авария булған, уларҙа 172 кеше йәрәхәтләнгән һәм 16 кеше һәләк булған. Йыл башынан иҫәпләгәндә 983 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 57 осраҡҡа кәмерәк. Уларҙа 1259 кеше йәрәхәтләнде (68-гә әҙерәк), 95 кеше һәләк булды (27 кешегә әҙерәк), – тине ул.

Кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған авария төрҙәре түбәндә: машиналар бәрелеше – 10 кеше, йәйәүлене тапатыу – өс кеше һәм машинаның түңкәрелеүе – өс кеше.

– Эскән килеш рулгә ултырып тотолған водителдәр һаны 634 кешене тәшкил итте. Уларҙың унауһы авария сәбәпсеһе. Йыл башынан иҫәпләгәндә, 4449 кеше иҫерек килеш тотолған, уларҙың 47-һе авариялар яһаған, – тине Александр Булушев.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: