9 майҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Бөрйән районында Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә, Айғыр ауылынан алты километр алыҫлыҡта урманда янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Уны һүндереүгә 20 кеше ебәрелә.
Урынға барғас, уттың Кесе Инйәр йылғаһының уң яҡ ярына, Кесе Ямантауға таралыуы, унда техниканың үтеп инә алмауы асыҡлана. Янғын һүндереүселәрҙе ҡотҡарыусылар ярҙамында катамаранға ултыртып, икенсе яҡ ярға сығарырға ҡарар ителә.
Төнгә тиклем янғынды һүндерә алмайҙар, көслө ел сығыу уттың тағы ла нығыраҡ таралыуына сәбәпсе була. Ауылға янғын әллә ни хәүеф тыуҙырмай, сөнки йылға уттан аралай, ел дә ауыл яғынан иҫә.
10 май иртәһенә янғын ете гектар майҙанға тарала. Уны һүндереүгә 30 кеше йәлеп ителә, Инйәр ауылындағы янғын һүндереү часы тәүлек әйләнәһенә хәлде күҙәтә.
Ниһайәт, 10 майҙа төш ваҡытында 15 гектар ерҙәге янғын һүндерелә. 11 май иртәһендә утты тулыһынса ауыҙлыҡлайҙар. Зыян күргәндәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хәлде даими контролдә тота.
Фото: bashinform.ru/news