Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Май 2022, 20:00

"Юл бомбаға тотолған кеүек..."

Аварияла янып үлгән биш кеше араһында Борай районынан күп балалы әсә лә булған...

"Юл бомбаға тотолған кеүек..."
"Юл бомбаға тотолған кеүек..."

Мишкә районында Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 133-сө саҡрымында 10 майҙа сәғәт 11.00 тирәһендә “Рено Сандеро” һәм “Шкода Румстер” автомобилдәре бәрелешеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Машиналар шул тиклем көслө төкөшә, хатта “Рено Сандеро” юлдан ситкә сығып оса һәм шунда уҡ ут тоҡанып, янып китә. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар автомобилде һүндергәс, унан ике кешенең үле кәүҙәһен сығара. “Шкода Румстер” автомобилендә иһә өс кеше һәләк була. Араларында бер бала ла бар. Был биш кешенең ғүмерен өҙгән ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

“Комсомольская правда” гәзите сайтында Инга Новицкая хәбәр итеүенсә, “Рено Сандеро”автомобилендә Ҡалтасы районынан 64 йәшлек Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Яков Нечаев һәм уның юлдашы – Борай районының Мамаҙы ауылынан 46 йәшлек күп балалы әсә Нилә Йыһангирова булған.

Яков Нечаев Краснохолмск балалар сәнғәт мәктәбендә 39 йыл балаларҙы музыканан уҡытҡан. Аккордеон класы байынса халыҡ ҡоралдары бүлексәһенең алыштырғыһыҙ етәксеһе булған, “Родничок” балалар йыры хорына нигеҙ һалған, шулай уҡ Краснохолмск ауылында “Ветерандар” халыҡ хорына етәкселек иткән. Коллективта, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған булған.

“Күп нәмә һинең менән китте... Эштәрең күп ҡалды. Беҙҙең арала булмауыңа ышанғы ла, күҙ алдына баҫтырғы ла килмәй”, – тип ҡайғыра һәләк булған уҡытыусының хеҙмәттәштәре.       

Ҡот осҡос авария һәләк булған ҡатындың шәхесен тәүҙә асыҡлай алмайҙар. Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең фаразы буйынса, Яков Нечаев юлда осраған ҡатынды Краснохолмск ауылында ултыртып алып, Бөрө яғына алып китеп барған.

Нилә Йыһангированың өс балаһы – 15 йәшлек улы, ике бәләкәй ҡыҙы етем ҡалған.

“Шкода Румстер” автомобилендәге водитель һәм уның 16, 24 йәшлек ике пассажиры ла ауыр йәрәхәттәр алып, "Ашығыс ярҙам" килгәнгә тиклем үк йән бирә. Улар Мишкә районының Сосновка ауылынан булған, тиелә социаль селтәрҙә.

Урындағы халыҡ, авария юлдың насар булыуына бәйле, тип белдерә.  

– Юл бомбаға тотолған кеүек. Ярылып бөткән, япмаһы ла тишелеп бөткән. Аңлашыла, машинаны ҡаршы һыҙатҡа алып ташлаған, – ти урындағы кеше.

– Был урында һәр саҡ үлемесле авариялар теркәлә, советтар заманында ла 30-лап кеше һәләк булды. Әле лә авариялар даими теркәлеп тора, кешеләр үлә, – ти икенсе ауылдашы. 

Биш кешенең ғүмерен ҡыйған аварияның сәбәбен тәфтиш органдары асыҡлар, әммә был беҙҙе, водителдәрҙе яуаплылыҡтан - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙән азат итмәй. Рулгә ултырған һәр кеше үҙенең, пассажирҙарының һәм башҡаларҙың ғүмере өсөн яуаплы булғанын иҫендә тоторға тейеш.

Аварияла һәләк булған кешеләрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлдарыбыҙ имен булһын, башҡаса бындай фажиғәләр булмаһын, тип теләйбеҙ.

Фото: @bash_gibdd

"Юл бомбаға тотолған кеүек..."
"Юл бомбаға тотолған кеүек..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: