Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Май 2022, 15:30

Кәүҙәһе тракторы аҫтында табылған

Ирҙе юғалды тип эҙләгәндәр...

Кәүҙәһе тракторы аҫтында табылған
Кәүҙәһе тракторы аҫтында табылған

9 майҙа Әбйәлил районында 50 йәшлек ир ғәйеп булған. Уның юғалыуы тураһында хоҡуҡ һаҡсыларына 11 майҙа хәбәр ителә. Алдан фараз итеүҙәренсә, байрам көнө ир бәләкәй тракторында Буранғолдан Исхаҡ ауылына табан сыҡҡан да юҡ булған.

"Ауыл халҡы уны полиция менән берлектә эҙләне. Күп кешенең берҙәм эшләүе һөҙөмтә бирҙе: 11 майҙа уны таптылар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үле килеш. Әйләнеп киткән тракторы аҫтында. Бәхетһеҙлек Исхаҡ ауылынан өс километр алыҫлыҡта булған", - тип һөйләгән "Башинформ" агентлығына шаһит булыусы.

Фажиғәнең ни сәбәпле килеп сығыуы буйынса хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан тикшереү эштәре алып барыла.
Фото: bashinform.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: