Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Май 2022, 21:30

Төркмәндәр Радий Хәбировҡа рәхмәтле

"Һәр ҡотҡарыусыға, янғын һүндереүсегә оло рәхмәтемде әйтергә бында юлландым".

Төркмәндәр Радий Хәбировҡа рәхмәтле
Төркмәндәр Радий Хәбировҡа рәхмәтле

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына сәфәре барышында 1-се Төркмән ауылында халыҡ менән осрашты, янғын һүндереү часын асыу тантанаһында ҡатнашты.

– Бөгөн барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға, – тине Радий Фәрит улы. – Был – ҙур биләмәнең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бер аҙым. Һәр ҡотҡарыусыға, янғын һүндереүсегә оло рәхмәтемде әйтергә бында юлландым. Үткән йәй һеҙгә яҡшынан булманы. Тәбиғәттә тоҡанған янғынды һүндерешкәнегеҙ өсөн, уттың ауылдарға таралыуына юл ҡуйманығыҙға ҙур рәхмәт. Уйлауымса, быйыл барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ул янғын һүндереү часының бинаһын ҡараған, техника менән танышҡан.

Әйткәндәй, Башҡортостандың Янғынға ҡаршы хеҙмәте подразделениеһы 2020 йылда Радий Хәбировтың ҡушыуы нигеҙендә төҙөлгән. Тап ошо ваҡытта Радий Фәрит улы Баймаҡ районына барғайны. Янғын һүндереү часы белгестәре өс мең тирәһе кеше йәшәгән 12 ауылды хеҙмәтләндерә.

Артабан Радий Хәбиров янғын һүндереүҙә иң әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаты тапшырҙы, аҙаҡтан 1-се Төркмән ауылының мәктәбенә һуғылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: